«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Үҙ бурыстарыңды бел» акцияһы үтә



09.04.2013 «Үҙ бурыстарыңды бел» акцияһы үтә

«Үҙ бурыстарыңды бел» акцияһы үтә Бөгөн Өфө аэропортында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы «Үҙ бурыстарыңды бел» социаль акцияһы үткәрә. Унда һәр граждан оператив рәүештә үҙенең бурыстары, сит илгә сығыуға тыйыу хоҡуғы һымаҡ суд ҡарарҙарын мәжбүри үтәү буйынса саралар менән таныша ала. Шулай уҡ унда бурыстарҙы ҡаплау тәртибе буйынса консультация алырға мөмкин.
Акция барышында идара интернет-порталында булған «Башҡарма производстволар буйынса мәғлүмәт банкыһы»ның эш мөмкинлектәре лә күрһәтеләсәк.
Бурыс тураһында танышҡас, уны «QIWI» терминалдары аша комиссияһыҙ ҡапларға мөмкин буласаҡ.
Бындай акция Өфө тимер юл вокзалында һәм «Үҙәк» сауҙа комплексында ла үткәрелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға