«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡарҙар ирей, һыу таша



09.04.2013 Ҡарҙар ирей, һыу таша

Ҡарҙар ирей, һыу таша Республикала йылғалар боҙҙан асылды һәм яҙғы ташҡын йыл да ҡабатланып килгән ваҡыттан 1-2 көнгә иртәрәк башланды. Ташҡын зонаһына Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекамск ҡалалары, Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Мәсетле, Миәкә, Өфө, Учалы, Саҡмағош райондары инә.
Әле урындарҙа боҙ китеү һәм ташҡын эҙемтәләрен кәметеү буйынса ташҡынға ҡаршы комиссиялар эшләй, һыуҙа йөҙөү саралары, ҡотҡарыу техникаһы һәм ҡорамалдары, яр буйҙарын нығытыу дамбалары тикшерелә. Көсәйтелгән дежурлыҡ ойошторолған, махсус бригадалар әҙерлек һыҙығына баҫтырылған. Боҙ тығылған урында шартлатыусылар үҙ эшен башҡарасаҡ.
Ағиҙел, Өфө, Дим, Ашҡаҙар, Йүрүҙән, Инйәр һәм Һаҡмар йылғаларының кимәле тикшерелә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдән министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, һыу баҫыу янаһа, граждандарға тыныслыҡ һаҡларға, документтарын үҙҙәре менән йөрөтөргә һәм әйтелгән инструкциялар буйынса эвакуацияға әҙерләнергә кәрәк. «Берҙәм ҡотҡарыу телефон»ы – 112 тураһында ла оноторға ярамай.
Бөгөн Белорет районың Ғәбдөк ауылында Ҙур Инйәр йылғаһы 120 сантиметрға күтәрелә, 45 йортто һыу баҫа. Ғәҙәттән тыш хәлдән министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүселәр юҡ, ауыл халҡы алдан иҫкәртелгән. 7-8 апрелдә күрше ауылдарға барлығы 88 кеше күсерелде. Китергә теләмәгән 40 кеше мәктәптә урынлаштырылды.
Һыу баҫҡан урында махсус техника һәм туғыҙ ҡотҡарыусы дежурға ҡуйылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға