«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар йортона ярҙам итәйек



08.04.2013 Балалар йортона ярҙам итәйек

Балалар йортона ярҙам итәйек Өфөнөң «Изгелек булһын!» һәм «Асыҡ йөрәк» исемле волонтер ойошмаларына Ишембай районындағы Петровское балалар йорто тәрбиәләнеүселәре мөрәжәғәт итте. Яңыраҡ был учреждениеның караокеһы сафтан сыға. Балалар йыр башҡарыу һөнәрен бик ярата, ләкин хәҙер улар был мөмкинлектән мәхрүм.
Әле битараф булмаусылар балалар йортона был музыка ҡорамалын һатып ала, йәки ҡулланылышта булғанды бирә ала. Иң мөһиме – аппаратура төҙөк булырға тейеш. Караоке менән бер нисә микрофон булһа, бигерәк тә шәп буласаҡ.
Әгәр ҙә һеҙ балаларҙы ҡыуандырырға теләһәгеҙ, 8-965-945-27-79 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға