«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Енәйәт эшен ҡуҙғатыуға өс метр ара үтеү ҙә етә



08.04.2013 Енәйәт эшен ҡуҙғатыуға өс метр ара үтеү ҙә етә

Енәйәт эшен ҡуҙғатыуға өс метр ара үтеү ҙә етә Өфө районында полиция хеҙмәткәрҙәре автомобиль урлаусыларҙы ҡулға алған. Әйтергә кәрәк, транспорт сараһын урларға уйлаусылар ни бары бер нисә метр ғына үтергә өлгөрә, ләкин был факт уларҙы закон алдында яуаплылыҡтан ҡотҡармай.
4 апрелдә, төнгө сәғәт дүрттә Дмитриевка ҡасабаһында йәшәүсе кеше полиция бүлегенең дежур часына уның «Нива» автомобилен билдәһеҙ кешеләр ҡыуып китергә теләүе тураһында хәбәр итә.
Зыян күреүсе белдереүенсә, автомобилде өйөнөң урамында тораҡҡа ҡуйған була. Төндә күршеһе тәмәке тартырға балконға сыҡһа, «Нива»ның урамдан сығып барғанын күрә. Күршем таң менән ҡайҙа китте тип, был кеше уға шылтырата, ләкин автомобиль хужаһы өйөндә йоҡлап ятҡан була.
Өйҙә ут ҡабыҙылғанын күргәс, автобурҙар ҡаса. Ләкин полицияның эҙләү-оператив төркөмө ҡасабала элек бындай енәйәт ҡылған йәшәүселәрҙе эҙләү сараһында уларҙы ҡулға ала. Йорт эсендәге 18 йәшлек өс егет автомобиль бурҙары булып сыға. Өй хужаһы элек тә был «һөнәр» арҡаһында енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Ҡулға алыныусылар «Ҡыуып китеү» статьяһы буйынса ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға