«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт урамдары сит илдәрҙә лә бар



08.04.2013 Башҡорт урамдары сит илдәрҙә лә бар

Башҡорт урамдары сит илдәрҙә лә бар Интернет селтәре үҫешкән һайын беҙ унда яңынан-яңы ҡыҙыҡ мәғлүмәт менән таныша алабыҙ. Бына, мәҫәлән, «Google - карталар»ҙың эҙләү юлына «bashkir» тип яҙһаҡ, Америкала башҡорттарға арналған өс, Бөйөк Британияла бер урам килеп сығасаҡ.
Калифорнияла, Корона ҡалаһында - Bashkir street (Башҡорт урамы), Эльк Гроувта - Bashkir Court (Башҡорт тупигы), Төнъяҡ Каролина штатындағы Монро ҡалаһында - Bashkir way (Башҡорт тыҡрығы) менән Бөйөк Британияла Уэстбери ҡалаһында - Bashkir Road (Башҡорт юлы) килеп сығасаҡ.
Был урамдарҙың барыһы ла сит илдә ныҡ популяр булған башҡорт тоҡомло аттарға бағышланған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға