«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ветерандарҙы почта аша ҡотларға мөмкин



05.04.2013 Ветерандарҙы почта аша ҡотларға мөмкин

Ветерандарҙы почта аша ҡотларға мөмкин Рәсәй почтаһының бөтә бүлектәрендә 3 апрелдән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 68 йыл тулыуға арналған «Яҡташтарҙың рәхмәте» исемле бөтә Рәсәй мәрхәмәтлелек акцияһы башланды. Бының өсөн һәр почта бүлексәһендә акция логотибы менән махсус почта йәшниктәре урынлаштырылды. Уларға һәр теләүсе ветерандар исеменә ҡотлау һүҙҙәре менән открытка һала ала. Акция барышында һәр ветеранға бындай ҡотлау открыткалары тапшырыласаҡ. Һуғыш һәм тыл ҡаһармандарын бындай алым менән 9 майға тиклем тәбрикләп буласаҡ.
Былтыр ошо акцияла Башҡортостанда йөҙҙән ашыу почта бүлексәһе ҡатнашты һәм меңдән ашыу ҡотлау открыткаһы үҙенең адресатын тапты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға