«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көндәр йылына



04.04.2013 Көндәр йылына

Көндәр йылына Аллаға шөкөр тип әйтергәме, һуңғы көндәрҙә тәбиғәт беҙҙе ысын яҙ менән һөйөндөрә. Бөгөн республикала һауа температураһы тағы ла йылынасаҡ. Көньяҡ райондарҙа плюс 13 градусҡа барып етеүе мөмкин, ҡалған райондарҙа өс градустан һигеҙ градусҡаса йылы булыуы күҙаллана.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса дәүләт идаралығының көрсөклө хәлдәр менән идара үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә төбәктә экологик, гидрологик һәм техноген юҫыҡтағы экстремаль хәлдәр теркәлмәне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға