«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Юрзинов - «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры



03.04.2013 Владимир Юрзинов - «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры

Владимир Юрзинов - «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры
«Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры итеп Владимир Юрзинов тәғәйенләнде.
2012 йылдың аҙағында хоккей клубы етәкселеге ул ваҡыттағы төп тренер Венер Сафин менән контрактты өҙҙө. Был вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы итеп Владимир Юрзинов ҡуйылды.
Белгестәр фекеренсә, ул ҡыҫҡа ваҡытта команда эшмәкәрлеген яйға һалған. Регуляр чемпионатты «Салауат Юлаев» Көнсығыш конференцияһында бишенсе урында тамамланы. Плей-офф мәлендә беҙҙең команда яҡшы уйын күрһәтте һәм Магнитогорскиҙың «Металлург»ын еңде, тик «Аҡ Барс»ты ғына үтә алманы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға