«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һауа шарҙары фестивале уҙасаҡ



03.04.2013 Һауа шарҙары фестивале уҙасаҡ

Һауа шарҙары фестивале уҙасаҡ 9 апрелдән 11 апрелгәсә баш ҡалала IV Өфө һауа шарҙары фестивале үткәреләсәк. Унда бирелгән темаға декораторҙар һауа шарҙарынан скульптуралар яһаясаҡ. Конкурс программаһында ҙур скульптура композицияһы, шарҙарҙан арка һәм костюм номинациялары ла билдәләнгән.
Декораторҙар Пермь крайынан, Екатеринбург, Белгород, Тольятти, Һамар, Курск, Барнаул, Качканар, Түбәнге Новгород, ҡурған, Омск ҡалаларынан киләсәк.
Фестиваль 2014 йылда Сочила үтәсәк ҡышҡы Олимпия уйындарына бағышлана һәм «Олимпиада ышаныстары» тип исемләнә. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға