«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 60 килограмм дары табылған



03.04.2013 60 килограмм дары табылған

60 килограмм дары табылған Дүшәмбелә 47 йәшлек ир Өфө ҡалаһының лицензиялау һәм рөхсәт биреү подразделениеһына мөрәжәғәт итә. Ул кискеһен гараж кооперативы янынан үткәндә, ташландыҡ тоҡ күреүен һәм унда комбикорм булыуын белдерә. Иртәнсәк килеп ҡараһа, тоҡ эсендә дары булыуын аңлай.
Әлеге ваҡытта ғариза биреүсе белдергән был версия тикшереү үтә. Тоҡ эсендәге 60 килограмм шартлатҡыс матдә экспертизаға ебәрелгән.
РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы иғлан иткән «ҡорал тапшырған өсөн аҡса ал!» акцияһы барышында әгәр ҙә тикшереү барышында үрҙә әйтелгән версия раҫланһа, дары тапшырған кешегә 700 мең һумдан ашыу аҡса түләнәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға