«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡ булығыҙ! Алдаҡсы «ейән»дәр инәйҙәрҙе талай



02.04.2013 Һаҡ булығыҙ! Алдаҡсы «ейән»дәр инәйҙәрҙе талай

Һаҡ булығыҙ! Алдаҡсы «ейән»дәр инәйҙәрҙе талай
Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 84 йәшлек инәйҙең фатирында көндөҙ телефон шылтырай. Трубкала Губкинский ҡалаһында йәшәгән ейәненең тауышы яңғырай. Уның тиҙ һөйләүенә ҡарағанда, ул бер ҡыҙҙы тапата. Зыян күреүсе дауахананың реанимация бүлегенә һалынған, ә полиция менән проблемаларҙы хәл итергә аҡса кәрәк. Инәйҙең ейәне тәғәйен сумманы әйтмәй, йыя алған тиклемде дуҫым аша ебәр, тип белдерә.
Бер аҙ ваҡыттан тағы ла телефон шылтырай. Был иһә аҡса артынан килгән ейәненең дуҫы була. Инәй уға үҙен ерләргә тәғәйенләп йыйған аҡсаһын – барлығы 50 мең һумды биреп ебәрә.
Аҙаҡтан, үҙенең туғандары менән шылтыратышып хәл белешкәс кенә инәй үҙенең мутлашыусылар тарафынан алдағанын белә. Ул полициға мөрәжәғәт итә, ләкин аҡсаны алып китеүсе кешенең автомобиль маркаһын да, номерын да иҫләй алмай.
Бер көндән полицияның дежур часына тағы ла бер телефон ҡорбаны мөрәжәғәт итә. 87 йәшлек инәй ҙә ошо сценарий буйынса талана. «Ейән»енең дуҫтарына ул 15 мең һум аҡса бирә.
Был ике мутлашыу факты буйынса енәйәти эш ҡуҙғатылған.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, телефон аферистары хәүефе барлығын иҫтә тоторға, улар айырыуса яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләр менән мутлашыуҙарын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға