«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бесәйҙәр күргәҙмәһенә килегеҙ!



02.04.2013 Бесәйҙәр күргәҙмәһенә килегеҙ!

Бесәйҙәр күргәҙмәһенә килегеҙ!
6-7 апрелдә «Башҡорт яҙы - 2013» халыҡ-ара бесәйҙәр күргәҙмәһе буласаҡ. Ул «Ирәмәл» хайуандарҙы һөйөүселәр клубы менән берлектә «Любимец» клубы тарафынан ойошторола.
Күргәҙмә ҡунаҡтары иғтибарына төрлө тоҡомло бесәйҙәр тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, «Любимец» клубында тәрбиәләнгән бесәйҙәр ҙә күрһәтеләсәк. Әйткәндәй, улар теләүселәргә бушлай биреләсәк.
Сара барышында ташландыҡ хайуандарҙы яҡлау ойошмаһы дөйөм «Аҡса йыйыу һауыты» булдырасаҡ. Унда тупланған аҡса ташландыҡ эт-бесәйҙәрҙе аҫрарға йүнәлтеү ҡаралған
Күргәҙмә Өфө ҡалаһы, Жуков урамындағы АРЕНА – ЭКСПО сауҙа үҙәгендә үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға