«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төньяҡ автовокзал ябыласаҡ



01.04.2013 Төньяҡ автовокзал ябыласаҡ

 Төньяҡ автовокзал ябыласаҡ
«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 апрелдән Өфө ҡалаһы, Кемеров урамы, 82 адресы буйынса урынлашҡан Төньяҡ автовокзал үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатасаҡ. Был һуңғы йылдарҙа автобус рейстары кәмеү менән аңлатыла. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү Көньяҡ автовокзалға күсерелерәсәк. Уның адрес: Р.Зорге урамы, 13, бөтә һорауҙар менән 8-800-333-1221 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға