«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Олимпия уты Өфө урамдары буйлап үтәсәк



01.04.2013 Олимпия уты Өфө урамдары буйлап үтәсәк

Олимпия уты Өфө урамдары буйлап үтәсәк
Декабрь айында илебеҙҙә ҙур спорт сараһы - Олимпия уты эстафетаһы уҙғарыласаҡ. Маршрут Өфө ҡалаһынан да үтәсәк: факелды 400 кеше бер-береһенә тапшырып тәғәйен урынға еткерәсәк. Әлеге ваҡытта илдә һәм республикала был ваҡиғаға әҙерлек эштәре бара.
Спорт өлкәһендә 2013 йыл икенсе ваҡиғаларға ла бай булмаҡсы. Физик культура һәм спорт буйынса башҡарма комитеттың 90 йыллығы айҡанлы спорт ветерандары һәм йәмәғәтселек ҡатнашлығында саралар үтәсәк. Быйыл республикабыҙ шулай уҡ ир-егеттәр араһында шашка, пауэрлифтинг, билбаулы көрәш буйынса халыҡ-ара чемпионаттарҙы ҡабул итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға