«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡарҙар ирей, һыу таша…



01.04.2013 Ҡарҙар ирей, һыу таша…

Ҡарҙар ирей, һыу таша…
Республика йылғаларында боҙ аша сығыу урындары ябыла башланы. 27 мартта Бөрө ҡалаһы янында Ағиҙел аша сығыу тыйыла. 5 апрелгә тиклем Краснокама һәм ҡариҙер райондарында ике һыу аша сығыу урыны ябыласаҡ.
Быйыл ҡар күп яуғас, йылғалар боҙҙан уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 2 - 3 көнгә иртәрәк әрселәсәк.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, боҙ ирегән мәлдә һыу ятҡылыҡтарына сығыу ҡәтғи тыйыла. Ул навигация осоро башланғансы бәләкәй үлсәмле кәмәләргә лә ҡағыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға