«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Киношлягерҙарҙы башҡортса ҡарағыҙ!



29.03.2013 Киношлягерҙарҙы башҡортса ҡарағыҙ!

Киношлягерҙарҙы башҡортса ҡарағыҙ!
- Был саң һурҙырғыстың баранкаһы артына тәүгә ултырған көнгә ләғнәт яуһын!
- Студентка, комсомолка һәм дә иҫ киткес һылыу ҡыҙ!
- Кәрәк, Федя, кәрәк!
- ҡайҙа был шайтан алғыры инвалид? Шаулама! Мин инвалид!
- Урланың, эстең һәм төрмәгә! Романтика!
- Һин ҡалай ҡыҙыҡ ул! Кем уны ултырта? Ул бит һәйкәл!
Ошо фразаларҙы белмәгән кеше һирәктер. Совет фильмдары нисәмә быуындың йөрәге түрендә тик яҡшы иҫтәлектәр менән урын алып тора. Йәкшәмбелә, Башҡортостан юлдаш каналы был кинокомедияларҙы яңы форматта – башҡортса тәржемә менән тәҡдим итәсәк.
«Кавказ тотҡоно» иртәнге сәғәт туғыҙынсы яртыла, ««Ы» операцияһы, йәки Шуриктың башҡа мажаралары» - сәғәт ун икенсе яртыла башланһа, «Уңыш джентльмендары» киске сәғәт алтынан күрһәтеләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға