«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡурҡыныс енәйәт ҡылыусы ҡулға алынды



29.03.2013 Ҡурҡыныс енәйәт ҡылыусы ҡулға алынды

Ҡурҡыныс енәйәт ҡылыусы ҡулға алынды 27 мартта Салауат ҡалаһында аҙыҡ-түлек магазинына ингән кеше, башы яраланып, иҫһеҙ хәлдә ятҡан һатыусыға тап була. Һуңынан билдәле булыуынса баш һөйәге яраланған 37 йәшлек ҡатынды дауахананың реанимация бүлегенә һалалар.
Бынан тыш магазин таланған була – хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре касса аппаратының юғалыуын асыҡлай. Уны табырға өйрәтелгән эт ярҙам итә. Кинологтар касса аппаратын өй подъезынан таба.
Бер аҙ ваҡыттан шаһиттар ярҙамында енәйәтсе лә билдәле була. 20 йәшлек Салауат ҡалаһы кешеһе элек тә талау һәм урлашыу өсөн төрмәлә ултырған. Әйтергә кәрәк, иреккә ул ике аҙна элек сыҡҡан була.
Шаһиттар белдереүенсә, ҡунаҡҡа китеп барғандарында был егетте күреп ҡалалар. Ир компанияға ҡушыла һәм магазин эсенә инә. Бер аҙҙан ул касса аппараты менән сыға. Дуҫтары артыҡ һорауҙар бирмәүҙе хуп күрә.
Талаусы биш сәғәттән һуң ҡала притондарының берәүһендә ҡулға алына. Уға 15 йыл иректән мәхрүм ителеү янай. Зыян күргән һатыусы әле лә кома хәлендә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға