«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Конгресс-холл»да – Көлкө көнө!



28.03.2013 «Конгресс-холл»да – Көлкө көнө!

«Конгресс-холл»да – Көлкө көнө! 1 апрелдә Өфөлә «Юморина - 2013» республика йәштәр фестиваленең гала-концерты үтәсәк. Быйыл был сара «Иртәгәне һаҡлайыҡ!» девизы аҫтында үтәсәк. Гала-концертта республиканың ҡала һәм райондарынан КВН командалары, ижади коллективтар, йырсылар, төртмә һүҙ оҫталарының ҡатнашыуы көтөлә.
Сара йомғаҡтары буйынса фестиваль Гран-прийын алыусы, лауреаттар (1, 2, 3-сө урындар), иң яҡшы башҡарылған ролдәр (ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында), фестиваль хиты (иң яҡшы номер, иң яҡшы шаяртыу) асыҡланасаҡ. Шулай уҡ тамашасылар өсөн көтөлмәгән сюрприздар ҙа әҙерләнгән.
Гала-концерт киске сәғәт етенсе яртыла башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға