«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан флагы Төньяҡ ҡотопҡа ҡаҙаласаҡ!



28.03.2013 Башҡортостан флагы Төньяҡ ҡотопҡа ҡаҙаласаҡ!

Башҡортостан флагы Төньяҡ ҡотопҡа ҡаҙаласаҡ! 5 апрелдән 15 апрелгәсә «Саңғыларҙа – Төньяҡ ҡотопҡа!» исемле алтынсы бөтә Рәсәй йәштәр экспедицияһы үтәсәк. Ул «Динамо» спорт ойошмаһына 90 йыл тулыуға арнала. Матвей Шпаро һәм Борис Смолин етәкселегендә ете үҫмер Арктиканың урта өлөшөндәге дрейфта булған боҙҙар аша 110 саҡрым араны алты тәүлектә үтәсәк. Артабан команда Төньяҡ ҡотопҡа Рәсәй, «Динамо» ойошмаһы, ил төбәктәре флагтарын ҡаҙаясаҡ. Унда Башҡортостан флагы ла буласаҡ, сөнки эспедицияла Өфө ҡалаһының 100-сө мәктәбе уҡыусыһы Владислав Яхин да ҡатнаша.
Бынан тыш, спортсылар киләһе быуындар өсөн яҙылған хат менән махсус капсула ла ҡалдырасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға