«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниндәй заманала йәшәйбеҙ…



27.03.2013 Ниндәй заманала йәшәйбеҙ…

Ниндәй заманала йәшәйбеҙ…
«eBay» интернет-аукционында Башҡортостанда йәшәүсе кеше Рәсәйҙе 1 центҡа (31 тингә) һатыуға ҡуйған. Был лотты һатып алырға 26 кеше теләк белдергән, ставка хаҡы 97,1 мең долларға (3 миллион һумдан ашыу) күтәрелгән. Әлеге ваҡытта был иғлан сайт администрацияһы тарафынан юйҙырылған.
Аукционда лот тураһында «был ил мең йыл буйы файҙаланыуҙа булды һәм яҡшы торошта» тип яҙылған. Шулай уҡ унда Рәсәйҙең майҙаны һәм халҡының иҫәбе лә күрһәтелгән.
Әйткәндәй, илебеҙҙе һатыуға Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе кеше ҡуйған.
«eBay»ҙа илдәрҙе һатыуға ҡуйыу осраҡтары быға тиклем дә теркәлгән. 2007 йылда шундай ысул менән Белгия һәм уның премьер-министры Ив Летермға хаҡ ҡуйылған. Исландия менән Грецияны ла һатырға теләүселәр булған.
Бәләбәй кешенең был ҡылығын бер нисек тә аңлап булмай. Тыуған илеңде һатыу уға хыянат итеү менән бер бит.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға