«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тротуарҙағы янъял



27.03.2013 Тротуарҙағы янъял

Тротуарҙағы янъял Өфө ҡалаһының Калинин районында ике кеше зыян күргән янъял буйынса тикшереү үткәрелә. Автомобилен туҡтау урынына ҡағиҙәләрҙе боҙоп ҡуйған водителгә өс егет иҫкәрмә яһай. Һүҙ көрәштергәндән һуң водитель уларҙың яғына травматик ҡоралдан бер нисә тапҡыр ата. Артабан үҙе һәм уның менән бергә булған кешеләр ҡаса. Ә зыян күреүсе егеттәр тән яралары ала.
Әлеге ваҡытта полиция тарафынан янъял булған урындағы сауҙа нөктәләренең видеокүҙәтеү ҡорамалдары яҙмаларын тикшерә, енәйәтселәрҙең шәхесе асыҡлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға