«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айыу балалары цирк артистары буласаҡ



27.03.2013 Айыу балалары цирк артистары буласаҡ

Айыу балалары цирк артистары буласаҡ
Башҡортостан урмансылығының Өфө паркында инә айыуҙың алты балаһы тыуған. Нимәһе ҡыҙыҡ – парк хеҙмәткәрҙәре был хәл тураһында бәләкәй айыуҙарҙың үҙ аллы өң эсенән килеп сыҡҡас ҡына белеп ҡала.
Айыу балаларының өсәүһен Өфөлә гастролдә булған Филатовтар циркы һатып алды ла инде. Был цирк Башҡортостан урмансылығының Өфө паркы тәрбиәләнеүселәрен элек тә алған булған.
Ә ҡалған өс айыу балаһы әсәләренән айырым урында көтөлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға