«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикабыҙҙың данын яҡлайыҡ!



26.03.2013 Республикабыҙҙың данын яҡлайыҡ!

Республикабыҙҙың данын яҡлайыҡ!
Кисә «Россия 10» проекты старт алды. Уның барышында дөйөм халыҡ һайлауы менән Рәсәйҙең 10 яңы визуаль символы һайланасаҡ. Был сара 29 сентябрҙә тамамланасаҡ.
Конкурс барышында алдан һайлап алыу турында Рәсәй төбәктәренән 700-ҙән ашыу объект – иң матур тәбиғәт ҡомартҡылары, илебеҙҙең архитектура һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары тәҡдим ителде.
Республикабыҙ унда Салауат Юлаев һәйкәле, солоҡсолоҡ, Ирәмәл тауы, Шихандар, Шүлгәнташ мәмерйәһе, «Ләлә-Тюльпан» мәсете, Янғантау тауы, Красноусол минераль һыу сығанаҡтары һәм «Ирәндек айыуы» алтыны менән күрһәтелгән. Проекттың беренсе этабында (25 март – 30 июнь) федераль округтар кимәлендә 10 объект һайланыласаҡ. Икенсе этапта (1 июль – 1 сентябрь) Рәсәйҙең бар төбәктәренән 30 объект финалда ҡараласаҡ. 2 сентябрҙән 29-ына тиклем Рәсәй буйынса 10 объект һайланасаҡ.
Әле Башҡортостан буйынса Салауат Юлаев һәйкәле беренсе бара. Волга буйы федераль округында ул 9-сы урында килә.
Тауыш биреү өсөн проекттың сайтына - http://10russia.ru/sights/7/all инергә кәрәк. 24 сәғәт эсендә бер IP-адрес аша өс тапҡыр тауыш ебәрергә була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға