«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миллион һумдан ашыу хаҡҡа алтын урланған



26.03.2013 Миллион һумдан ашыу хаҡҡа алтын урланған

Миллион һумдан ашыу хаҡҡа алтын урланған Өфөлә Голливуд фильмдарынан таныш сценарий буйынса ломбард талана. 12 мартта был фирмаға егет кеше инеп, сит күҙҙәр юҡлығына ышанып, үҙенең иптәштәренә сигнал бирә. Биттәренә маска кейгән ҡораллы өс ир-егет залға инә һәм һаҡ хеҙмәткәрен, һатыусы ҡыҙҙы туҡмап, витриналарға ҡуйылған ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып ҡаса. Талаусылар ҡулына 1 миллион һумдан ашыу хаҡҡа баһаланған бер килограмдан күберәк алтын төшә.
Бер аҙнанан һуң полицияның оператив хеҙмәткәрҙәренә Өфөлә алтын әйбер һынығын һатырға теләгән егет барлығы асыҡлана. 250 грамм ҡиммәтле металды контроль һатып алыуҙа хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре ҡатнаша. Һөҙөмтәлә һатыусы ҡулға алына.
Ювелир әйберҙәрҙе ломбардта таныйҙар, күп тә үтмәй, ҡалған бурҙар ҙа табыла. Улар Инорс биҫтәһендә йәшәүсе 17-23 йәшлек егеттәр.
Тентеү мәлендә полиция хеҙмәткәрҙәре травматик пистолеттар һәм алтын әйберҙәрҙең ҡалған өлөшөн таба. Хәҙер енәйәтселәрҙең бәлиғ булмағаны йәшәгән урындан ситкә сыҡмаҫҡа яҙма йөкләмә аҫтында булһа, ҡалған өсәүһе һаҡ аҫтында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға