«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әүҙемдәрҙе саҡырабыҙ!



25.03.2013 Әүҙемдәрҙе саҡырабыҙ!

Әүҙемдәрҙе саҡырабыҙ! БР «Тәбиғәт» ДУП-ы ЭКА хәрәкәте әүҙемдәре ойошторған «Субботка-переработка» экология акцияһында ҡатнашасаҡ. Ошо шәмбелә үтәсәк акция халыҡта экологик мәҙәниәт үҫтереүҙе, тирә-яҡ мөхиткә иғтибар итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
30 мартта барлыҡ теләүселәр макулатура, полиэтилен, пластик һәм алюминий ҡалдыҡтарын килтереп тапшыра ала. Улар артабан икенсел эшкәртәүгә ебәреләсәк.
Акцияла БР «Тәбиғәт» ДУП-ы ла ҡатнашасаҡ. Тимәк, үҙегеҙ менән сафтан сыҡҡан энергияны һаҡсыл исрафлаған лампалар, люминесцентлы яҡтылыҡ сығанаҡтары һәм терегөмөшлө термометрҙар килтереп тапшыра алаһығыҙ.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана һәм көндөҙгө сәғәт 1-ҙә тамамланасаҡ.
ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындарының адресы:
- Республика балалар экология-биология үҙәге - Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 14\1.
- БР «Тәбиғәт» ДУП-ы - Өфө ҡалаһы, Ст.Кувыкин урамы, 102.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға