«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һәр почтальонға – рация



25.03.2013 Һәр почтальонға – рация

Һәр почтальонға – рация «Рәсәй почтаһы» ойошторған «Идеялар конвейеры» проектында Башҡортостан хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Йыл да үткәрелгән был сарала почта хеҙмәтенә һәм клиенттар менән мөғәләмә итеүгә эшлекле тәҡдимдәр индерелә, тейешлесә ҡарарҙар ҡабул ителә. Былтыр шундай 1600 идея тормошҡа ашырылһа, быйыл өс меңдән ашыу инновацион тәҡдим почта эшендә ҡулланыласаҡ.
Ә быйылғы ярышта беҙҙең республика пенсия таратыусы һәр почтальон рация менән тәьмин ителһен тип бик тә кәрәкле тәҡдим менән сығыш яһаны. Сер түгел, ҙур суммалы аҡсалар менән эш итеүсе хеҙмәткәрҙәргә енәйәтселәр һөжүме янай. Әгәр ҙә был хәл була ҡалһа, портатив радиостанция аша почтальон оператив рәүештә полиция менән бәйләнешкә инә ала. Был бик шәп тәҡдим хуплау тапһа, уның авторы аҡсалата приз аласаҡ, ә Рәсәй почта хеҙмәткәрҙәре – рациялар менән «ҡоралланасаҡ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға