«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Салғы тота беләһеңме? Әйҙә ярышҡа!



25.03.2013 Салғы тота беләһеңме? Әйҙә ярышҡа!

Салғы тота беләһеңме? Әйҙә ярышҡа! Быйыл 13 июлдә Свердловск өлкәһенең Арти районында салғысыларҙың III Халыҡ-ара асыҡ турниры булыуы көтөлә. Үҙенсәлекле ярышта былтыр Рәсәй төбәктәре менән Франция, Черногория һәм башҡа илдәр ҙә ҡатнашҡан. Башҡорт салғысылары йыл да ярышып, призлы урындарға лайыҡ була.
Турнирҙың тап Арти районында үтеүе осраҡлы түгел. Тап бында үҙенең төп продукцияһы – салғылары менән борондан дан ҡаҙанған механика заводы бар. Был предприятие Рәсәйҙең берҙән-бер салғылар эшләүсеһе булып тора. Бынан тыш унда 100-гә яҡын ауыл һәм баҡса хужалығы инструменттары сығарыла.
Ярыш тәртибе менән http://kosari.ru/ сайтында танышырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға