«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Таныш булайыҡ, «Фолиант» китапхана гәзите!



22.03.2013 Таныш булайыҡ, «Фолиант» китапхана гәзите!

Таныш булайыҡ, «Фолиант» китапхана гәзите! БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы Башҡортостан Китапханалар ассоциацияһы менән берлектә махсуслаштырылған гәзит сығара башланы. Уның биттәрендә тармаҡтың торошо анализланасаҡ, республикала һәм ситтә үткән төрлө сараларға баһа биреләсәк. Тәүге һан, мәҫәлән, БР Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышына арналды. Гәзит мәҡәләләре китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнә һәм баҫыла. Ул ике айға бер тапҡыр сығасаҡ, күләме А4 форматында дүрт бит буласаҡ.
Әлеге ваҡытта редакция коллективы республика китапханалары хеҙмәткәрҙәре һәм китап уҡыусылар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға