«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Cалауат батыр төйәгенә арнала



26.10.2010 Cалауат батыр төйәгенә арнала

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ тарихын яҡтыртҡан китаптарҙың даими донъя күреүе ҡыуаныслы. Ошо көндәрҙә Сәнә Сабирйәнованың милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған районына арналған китабы сыҡты. Уның райондың 75 йыллығы алдынан сығыуы уғата һөйөнөслө.
Бай йөкмәткеле күркәм китаптың исем туйы 2 ноябрҙә киске сәғәт 6-ла республика Милли китапханаһының Октябрь революцияһы урамындағы 10-сы йортта урынлашҡан филиалында уҙа.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға