«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иҫке батарейкаларҙы ташламағыҙ!



20.03.2013 Иҫке батарейкаларҙы ташламағыҙ!

Иҫке батарейкаларҙы ташламағыҙ! Иртәгә Бөрө ҡалаһында ҡулланылышта булған һелтеле һәм аккумуляторлы батареялар йыйыу буйынса «РаZрядка» акцияһы үҙ эшен башлай. Ул ЭКА хәрәкәте инициативаһы менән ойошторолған, сарала мәктәптәр ҡатнашасаҡ. Эшлектән сыҡҡан химик электр тогы сығанаҡтары «Эко-Трейд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан эшләнгән контейнерҙарға тупланасаҡ һәм һаҡлауға ҡуйыласаҡ. Үкенескә күрә, Рәсәйҙә ҡулланылған батареяларҙы эшкәрткән производство юҡ.
Акция хәүефле ҡалдыҡтарҙы айырым төрҙәре буйынса йыйыуҙың һәм дөрөҫ утилләштереүҙең мөһимлеген халыҡҡа еткереү һәм йәмәғәтселектең иғтибарын сүп-сар проблемаһына нығыраҡ йәлеп итеү маҡсатында үтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға