«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙебеҙҙең Сифат билдәһе буласаҡ



20.03.2013 Үҙебеҙҙең Сифат билдәһе буласаҡ

Үҙебеҙҙең Сифат билдәһе буласаҡ БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты «Башҡортостан тауары» ярҙамында аҙыҡ-түлекте тамғалауҙы индерҙе.
Уның ярҙамында һатып алыусылар республика предприятиелары етештергән аҙыҡ-түлекте магазин кәштәләрендә таный аласаҡ. Шулай уҡ сит төбәктәрҙә был маркетинг алымы беҙҙең республика тауарҙарын рекламалау ысулы ла булып торасаҡ.
Продукция етештереүселәргә «Башҡортостан тауары» сайтында электрон ғариза тапшырырға мөмкин. Алкоголле продукцияға, һыраға был тамға ҡуйылмаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға