«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һөйөнсө! Көрәш дөйөм Рәсәй спорты рәүешендә танылды!



19.03.2013 Һөйөнсө! Көрәш дөйөм Рәсәй спорты рәүешендә танылды!

Һөйөнсө! Көрәш дөйөм Рәсәй спорты рәүешендә танылды! Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығында спорт төрҙәрен, спорт дисциплиналарын таныу һәм Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрын алып барыу буйынса ведомство комиссияһының ултырышы уҙҙы. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡының баһадирҙар алышы – көрәш милли статустан дөйөм Рәсәй кимәленә күсерелде. Был иһә уға яңы офоҡтар аса – көрәш буйынса Рәсәй чемпионаттары һәм беренселектәре рәсми кимәлдә үтәсәк һәм спортсылар, судьялар һәм тренерҙар спорт дәрәжәләре, категориялар алыу хоҡуғына эйә буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға