«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Башҡортостанда ял итергә мәл етте!»



19.03.2013 «Башҡортостанда ял итергә мәл етте!»

«Башҡортостанда ял итергә мәл етте!» Ошо исем аҫтында мәктәп уҡыусылары араһында төбәк туризмы буйынса II дистанциялы олимпиада старт алды. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған бәйгенең һорауҙары экологик темаларға ҡоролған.
Олимпиада программаһында өс төр һынау ҡаралған: ижади, практик һәм теоретик. Улар (http://olimp.bspu.ru/template/guest/olimp/index.php?id=47 адресы буйынса дистанциялы олимпиада сайтына һалынған:
15 март – ижади һынау,
17 март – практик эш (һорау алыу һәм килеп сыҡҡан мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү),
28 март – теоретик һынау.
Был олимпиадала 11-18 йәшлек мәктәп уҡыусылары һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡатнаша ала.
ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға