«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бильярд һөйөүселәр, алға!



18.03.2013 Бильярд һөйөүселәр, алға!

Бильярд һөйөүселәр, алға! Иртәгә Өфөлә 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында бильярд спорты буйынса Рәсәй беренселеге уҙасаҡ. Уны Рәсәй һәм Башҡортостандың Бильярд спорты федерациялары, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән берлектә «Динамо» физик культура һәм спорт ойошмаһы үткәрә. Турнир киске сәғәт етенсе яртыла, «Соло» клубында тантаналы асыла.
Алдан һайлап алыу уйындарында, 1/8 һәм ¼ финал ярыштарына көс һынашыу «Динамо», «Соло» клубтарында көн дә сәғәт 11-ҙән киске 6-ға тиклем дауам итәсәк. Ярымфинал 21 мартта була, финал иһә 22-һендә уҙасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға