«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңауылда тальян гармунға һәйкәл ҡороласаҡ



15.03.2013 Яңауылда тальян гармунға һәйкәл ҡороласаҡ

Яңауылда тальян гармунға һәйкәл ҡороласаҡ Тиҙҙән Яңауылды үҙенсәлекле һәйкәл биҙәйәсәк. Данлыҡлы музыкаль инструмент – фибробетондан эшләнгән тальян гармунды район үҙәгенең мәҙәниәт һәм сәнғәт һарайы янында урынлаштырыу ҡаралған.
Һәйкәл конструкцияһына арфа һәм уның өҫтөнә ултыртылған тальян гармун инә. Уның бейеклеге 2,6 метр буласаҡ.
Әйтергә кәрәк, был районда гармунда уйнаусылар байтаҡ, традициялар ҙа һаҡланып килә. Йыл аша яңауылдар «Моңға бай гармун байрамы»н үткәрә. Быйыл ул етенсе мәртәбә ойштороласаҡ. Тальян гармунға һәйкәл яңауылдарға һәм район ҡунаҡтарына ҙур бүләк буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға