«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2045 йыл. Ер – гигант компьютер



25.10.2010 2045 йыл. Ер – гигант компьютер

Америка ғалимдары эшлә-әй. Бер нисә көн элек уҙған киләсәк технологияларына арналған фәнни конференцияла Америка ғалим-футурологы Реймонд Курцвейл шундай күҙаллауын әйткән: ике тиҫтә самаһы йылдан һуң кешелек мейенең резерв күсермәһен уйлап табасаҡ. Унда хәтирәләр яҙылып барасаҡ. Шәп бит! Бынан тыш, кеше күҙенә беркетеп ҡуйылған «нәмә» (шунан да дөрөҫөрәк һүҙ табып булмаҫтыр әлегә) аша үҙенең үткәнен «ҡараясаҡ». Курцвейл был конференцияла кеше ҡанына индерелгән нанороботтар хаҡында ла һөйләй. Имеш, улар сәләмәтлекте көйләйәсәк. 30 йылдан кеше кәүҙәһе теләһә ниндәй формаға әйләнә аласаҡ, йәғни трансформер һымаҡ буласаҡбыҙ инде. 2045 йылға Ер планетаһы ғәләмәт ҙур компьютерға әйләнә башлаясаҡ икән. Һммм… Ә шул ук ваҡытта Рәсәй Кеше мейеһе институты директоры Святослав Медведев был «хыялдарға» ҡаршы килә. Ғалим фекеренсә, мейе эшмәкәрлегенә ҡыҫылыу, уны тарҡатыуға килтерә. ҡанға нанороботтар ебәреү ҙә бойомға ашырлыҡ түгел, сөнки организмдың ҡатмарлы биологик системаһы быға юл ҡуймаясаҡ. Унан килеп, компьютер эраһы етһен өсөн энергия ҡулланыу ныҡ ҡына үҫергә тейеш. Беҙ әле ер байлығын, нефть, газ, электр энергияһын, былай ҙа туҙҙырабыҙ, алмашҡа бер нәмә лә бирмәйбеҙ. Нишләргә һуң – көтөргәме 2045 йылғы компьютер дәүерен, әллә Америка ғалимының күҙаллауҙарына көлөп ҡарарғамы? Һуңғы йылдарҙағы технология үҫешенә байҡау яһағанда, уның раҫлауы бер ҙә алыҫ хыял һымаҡ түгелсе…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға