«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡан тапшырыуға килегеҙ!



14.03.2013 Ҡан тапшырыуға килегеҙ!

Ҡан тапшырыуға килегеҙ! Иртәгә Өфөлә «Таҙа яҙ» исеме аҫтында донор ҡаны туплау буйынса ҙур масштаблы хәйриә акцияһы уҙғарыла.
Ни өсөн ҙур күләмдә үтәсәк – унда 500-ҙән ашыу волонтер, студент һәм был темаға битараф булмағандар ҡатнашыуы көтөлә. Сара барышында йыйылған аҡса ҡалабыҙҙың экология проблемаларын хәл итеүгә тотоноласаҡ.
ҡан алыу 10-15 минут дауам итә. Был көндә шоу-программа ла күрһәтеләсәк: мастер-кластар, музыкаль һәм бейеү коллективтарының сығышы көтөлә, төрлө приздар уйнатыласаҡ.
ҡан тапшырыу өсөн 18 йәштән оло булырға һәм кәүҙә ауырлығы 50 килограмдан ашырға тейеш. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы алып килергә кәрәк. Процедура алдынан донор мотлаҡ медицина тикшеренеүе үтә. Батыр урамы 41/1 адресы буйынса Республика ҡан алыу станцияһында иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем килергә кәрәк. Акция 22 мартҡа тиклем дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға