«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Их, тағы ла еңелделәр…



14.03.2013 Их, тағы ла еңелделәр…

Континенталь хоккей лигаһының плей-офф – 2013 сирекфиналының дүртенсе алышында «Салауат Юлаев» «Аҡ барс»тан 3:5 иҫәбе менән йәнә еңелде.
Беҙҙекеләрҙән голдарҙы Штефан Ружичка, Антти Пильстрем менән Виталий Атюшов индерҙе. «Барс»тарҙан Нико Капанен хет-трик яһаны. Дмитрий Обухов менән Кирилл Петров та еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Шуның менән сериялағы иҫәпте тигеҙләштереп, командалар бер-береһендә ҡунаҡта еңеү яуланы. Киләһе алыш ҡазанда 16 мартта үтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға