«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡайһы суд приставы иң көслөһө булыр икән?



13.03.2013 Ҡайһы суд приставы иң көслөһө булыр икән?

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында комплекслы үҙ-ара алыш буйынса Волга буйы федераль округы суд приставтары федераль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең чемпионаты башланды. ҡатнашыусылар араһында ирекле көрәш, самбо, кикбоксинг буйынса республика һәм Рәсәй чемпиондары ла бар. Улар һигеҙ ауырлыҡ категорияһында алышасаҡ. ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң күп ҡатнашыусылар Башҡортостан командаһында булһа, ир-егеттәр араһында Пермь крайы ҡунаҡтары иң көслөләрерәтендә танылды ла инде. Чемпионат өс көн дауам итәсәк. Иң яҡшы һөҙөмтә яулаусылар комплекслы үҙ-ара алыш буйынса Волга буйы федераль округы командаһына индереләсәк һәм апрель айында Красноярск ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатының йомғаҡлау этабында ҡатнашыу хоҡуғын аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға