«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Энергия, драйв, рок-музыка һине көтә!



13.03.2013 Энергия, драйв, рок-музыка һине көтә!

Энергия, драйв, рок-музыка һине көтә!
Йәй етеүгә өс ай самаһы ваҡыт булһа ла республикабыҙҙың рок-музыка һөйөүселәрена 1 июндә оло сюрприз яһаласаҡ.
«Аҡбуҙат» ипподромында «DMC FEST 2013: Йәй» рок-фестивалендә әлеге ваҡытта Рәсәйҙең данлыҡлы «Король һәм Шут», «Браво», «Louna», «Слот» һәм «Вопли Видоплясова» төркөмдәре ҡатнашыуға ризалығын биргән дә инде.
Асыҡ һауала үтәсәк был ҙур опен-эйрҙа йәмғеһе ун рок-коллектив ҡатнашасаҡ (ҡалған бишәүһенең исеме тиҙҙән билдәле буласаҡ). Хэдлайнер рәүешендә кем сығыш яһауы ла сер итеп тотола.
Был фестиваль Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау йылына бағышланған. Уны Рәсәй шоу-бизнесының билдәле йондоҙҙары алып барасаҡ. Байрам барышында спорт ярыштары ла үтәсәк, аҙаҡтан ҙур салют атыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға