«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҙмышыбыҙ "хандар" ҡулында



21.10.2010 Яҙмышыбыҙ "хандар" ҡулында

РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡуҡтары буйынса вәкиле П.Астахов Кушнаренко районында патронат ғаиләлә аҫралған баланың "ата-әсәһенең ныҡ яратыуы" арҡаһындаһәләк булыуына һәм уның үлемендә патронат ғаиләнең генә түгел, ә бөтә йәмәғәтселектең ғәйепле булыуына күрһәтте. Опека һәм попечителлек органдары, туғандары, күршеләре нимә ҡараған? Баланың көн дә илағанын ишеткән күршеләре ниңә ваҡытында органдарға хәбәр итмәгән? Ниңә баланы ғаиләгә биргән саҡта ир менән ҡатын ныҡлап тикшерелмәгән? Баланы үлтереү енәйәтендә әле алминисратив яуаплылыҡҡа тарттырылған 17 кеше лә, башҡалар ҙа енәйәттәш булып тора, тине ул. Юридик яҡтан булма енәйәттәш булмаһа ла, рухи-әхлаҡи яҡтан, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Ә Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Хантимеровтың холҡон ҡайтанан тикшерергә кәрәклеген әйтте. Юристар "нет состава преступления" тип кенә ҡотолорға тейеш түгел, юридик яҡтан енәйәт табылмаһа, башҡаса аңлатма бирелергә тейеш. Уныңса, Хантимеров һис юғында балалар, ата-әсәләр, башҡалар алдында ғәфү үтенергә тейеш.
Кеше яҙмышы, бигерәк тә бала яҙмышы - Хантимеров кеүек "хандар" йәки Кушнаренко районының опека һәм попечителлек инспекцияһының хеҙмәткәрҙәре кеүек ғәмһеҙҙәр, битарафтар ҡулында булғас һәм көнөң шундайҙар ҡулына ҡалғас, ни эшләйһең инде? Бөтә Рәсәй халҡының да көнө шундайҙарға бәйле бит. Байҙар бал эскәндә, фәҡирҙәр йылғаға ятып һыу эсә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға