«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шиғыр һәм йыр байрамына рәхим итегеҙ



26.02.2013 Шиғыр һәм йыр байрамына рәхим итегеҙ

Шиғыр һәм йыр байрамына рәхим итегеҙ
5 мартта Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Яҙыусылар союзы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы “Наҙлы йөрәк серен асҡанда” тип аталған шиғыр һәм йыр байрамы ойоштора.
Унда Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булыусы таныл­ған шағирәләр – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзалары Тамара Искәндәриә (Юлдашева), Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ ҡотоева, Лариса Абдуллина ҡатнаша. Беҙҙең халыҡ борон-борондан һүҙҙең көсөнә инанып, сәсәндәре, шағирҙары, шәхестәре фекеренә таянып йәшәгән. Башҡорт еренең, һүҙ сәнғәте оҫталары төбәге, тигән даны ла бар. Балалар тәрбиәләүсе күркәм ханымдарҙың бөгөн уҡыусыларына, замандаштарына әйтер һүҙҙәре бар.
Яҙҙың тәүге көндәре тамсылар менән бергә тәҙрәләрегеҙгә сирткән мәлдәрҙә илаһи һүҙ ҡөҙрәтенә ҡойон­ған кисәнән ситтә ҡалмағыҙ, шиғыр яратыусылар! Кисәнең сценарийы авторы Зөһрә Бураҡаева, режиссеры Сулпан Асҡарова – шулай уҡ Ш. Бабич исемендәге премия­ лауреаттары. Сарала шағирәләрҙең шиғырҙарына яҙылған йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Бабич рухында ойошторолған һүҙ майҙанын заманыбыҙҙың гүзәл заттары биләй. ҡолаҡ һалайыҡ уларҙың йөрәк ауазына!..

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға