«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кокос – наркотик?!



20.10.2010 Кокос – наркотик?!

Башҡортостан наркополицияһы Өфөлә эре партияла «мефедрон» матдәһен һатыусы 27 йәшлек егетте тотҡан. Тикшереүҙәр барышында ваҡытлыса йәшәп торған фатирҙарында уның шундай уҡ сауҙа алып барыусы һәйәркәһе лә тотолған. Нимәһе ҡыҙыҡ, бәлки ҡыҙғаныстыр: наркотик һалынған бәләкәй ҡаптарҙың тышына «Кокос» тип яҙылған. Экзотик емеште яратыусылар ҡулына эләкһә был тауар, улар мотлаҡ ҡыҙыҡһыныр һәм һатып алыр ине.
Әлеге төркөм бер нисә ай «эшмәкәрлек» иткән, һәр ике ай һайын фатир алмаштырған. Енәйәтселәргә 12 йыл төрмә янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға