«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡоторған хайуандарҙан һаҡ булығыҙ!



20.10.2010 Ҡоторған хайуандарҙан һаҡ булығыҙ!

Башҡортостанда һуңғы ете йылда тәүге тапҡыр ҡоторған хайуан тешләүҙән кеше үлеүе теркәлгән. ҡоторған төлкө 31 йәшлек ҡатындың битен тешләгән. Зыян күреүсенең ире йыртҡысты үлтерһә лә, ҡатынды ла табиптар ҡотҡара алмаған. Был хәл Учалы районында булған.
Статистика буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә медицина учреждениеларына ҡоторған йәнлектәрҙән тешләнеп мөрәжәғәт иткән кешеләр һаны, үткән йыл менән сағыштырғанда, 600-гә кәмегән. Тағы ла һандарға туҡталғанда, зарар күреүселәрҙең 36 проценттан ашыуын ҡырағай хайуандар тешләгән, 30 процентын – йорт хайуандары, 33 процентын – ауыл хужалығы малдары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға