«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялған “дауалаусылар”, “үтә күреүселәр”ҙе илдән һөрөргә!



12.02.2013 Ялған “дауалаусылар”, “үтә күреүселәр”ҙе илдән һөрөргә!

Ялған “дауалаусылар”, “үтә күреүселәр”ҙе илдән һөрөргә!
Чечня Республикаһы башлығы Рамзан ҡадиров үҙенең ҡәтғи, аҡыллы ла фекер-тәҡдимдәре менән йыш сығыш яһай. Бына был юлы ул чечен ерендә халыҡ дауалаусыһы, тылсымсы булып күренергә тырышыусыларҙың “эшмәкәрлеген” тамырынан ҡороторға ниәтләй.
“Был алдаҡсы-шарлатандар халыҡ бәләһендә байый, үҙ файҙаһына хатта кешенең һуңғы тинен һыпырып ала. Ә үҙҙәренең белеме лә булмай сыға. Кеше шуны белһен – бындай әҙәмдәргә мөрәжәғәт итеү бер ниндәй ҙә еңеллек килтермәй, уны ислам да тыя”, − тигән ҡадиров әфәнде.
Дөрөҫ әйткән бит төбәк башлығы. Бөгөн арағыҙҙа “күрәҙәсе”, ”имсе”нән алданып, ни һауыҡмай, ни аҡсаһыҙ ҡалып ултырыусылар, һис шикһеҙ, байтаҡтыр?

(“Күрәҙәсемен” тип кеше алдаусылар арабыҙҙа бик күп. Шуларҙың береһе хаҡында ғибрәтле материалды гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡығыҙ).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға