«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡар, мәктәп һәм эттәр...



06.02.2013 Ҡар, мәктәп һәм эттәр...

Ҡар, мәктәп һәм эттәр... Ҡар, мәктәп һәм эттәр...XXI быуатта йәшәйбеҙ, донъя көн тип тормай ҙур тиҙлек менән алға бара. Йәшәйеш үҙгәрә, кеше өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыла… Тик.., гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың бер төбәге күптән инде бер урында ҡатып, тәбиғәтебеҙҙең ҡанундарына бирешеп, ҡарға, дөрөҫөрәге тау-тау көрткә күмелеп бара. 1000 йортлы яңы ҙур Шамонино тигән ҡаласыҡ, оҙаҡламай цивилизацияһыҙ ҡалһа, аптырамағыҙ… Халыҡ мәж килә, яҡын тирәләге кибеттәрҙә көрәк бөттө. Мәктәпкә барып етерлек түгел. Тырышҡанда була, тик тубыктан көрт йырырға кәрәк. Мәктәп уҙе лә күмелеп бара. Ярай әле иҫән-һау барып етһәң, хине унда эт өйөрө ҡаршы ала. Әллә заманаһы шулаймы икән, элек беҙҙе уҡытыусы ағай-апайҙарыбыз ҡаршы ала торғайны ул…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға