«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миллиондан ашыуыбыҙ һаналды



18.10.2010 Миллиондан ашыуыбыҙ һаналды

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге өс көнөндә переписчиктар 1 242 668 кешене теркәгән. Был республика халҡының 30,7 проценты. Әлеге күрһәткесте вице-премьер Илшат Тажетдинов еткерҙе. Статистиктар билдәләүенсә, Башҡортостан халҡы иҫәп алыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлап, сарала әүҙем ҡатнаша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға