«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым”



16.11.2012 “Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым”

ҡар яуыу ғына түгел, саҡ ҡына буран да булып алды инде – ҡыш килә еребеҙгә, ҡыш! Саф миҙгелдең иң күңелле һәм матур мәле – Яңы йыл байрамы ла ҡаф тауҙары артында түгел. Шул уңайҙан ошо байрамға ҡағылышлы матур һәм мажаралы хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашып алығыҙ әле, дуҫтар − «Йәшлек» гәзите «Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» тигән конкурс иғлан итә!
Хаттарҙа ҡыҙыҡлы, фәһемле үткән Яңы йыл мажаралары хаҡында бәйән ителергә тейеш. Мотлаҡ һәр нәмәне эскегә бәйләргә тимәгән, уныһын гәзит уҡыусылар былай ҙа белеп тора. Былтыр әлеге конкурсҡа бик күп ҡыҙыҡлы хат килгәйне, быйыл да бәйгене бергәләп матур һәм мажаралы итеп үткәрәйек, хөрмәтле гәзит уҡыусылар.
Әйткәндәй, бәйгелә «Йәшлек»те яҙҙырып уҡыусылар ғына ҡатнаша ала. Еңеүсегә – Яңы йыл табыны өсөн бер тоҡ күстәнәс (сәй, һут, шампан шарабы, емеш-еләк, кәнфит, колбаса, балыҡ һәм башҡа тәмлекәстәр).
Еңеүсе декабрь аҙағында һанында билдәләнәсәк. Һеҙҙән ҡыҙыҡлы хаттар көтәбеҙ!
Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға