«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Асыҡларға ярҙам итегеҙ



30.10.2012 Асыҡларға ярҙам итегеҙ

Полиция хеҙмәткәрҙәре республика халҡына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә − Асы – Белорет юлында, Архангел районы биләмәһендә, табылған ир мәйетенең кемдеке булыуын асыҡларға кәрәк.
Бәшмәккә барыусылар тапҡан мәйет инде әкренләп тарҡала башлаған. Һәләк булыусы ҡыҫҡа еңле, нәҙек һыҙатлы аҡ футболка, «Армани джинс» тип яҙылған күк төҫлө джинсы, асыҡ күк трусик, ҡара туфли кейгән булған. Салбарының һул кеҫәһендә күк биҙәкле аҡ ҡулъяулыҡ табыл­ған. 33 – 42 йәштәр тирәһендә, буйы – 180 – 185 см, ҡара сәсе бер аҙ салланған, аяҡ кейеме размеры – 42. Йәнә бер билдәһе: һул ҡулы бармаҡтарында ”1”, ”9”, ”7”, ”?” татуировкаһы бар.
Түбәндәге телефондарға шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 279-41-08, 8 (347) 279-45-72, Архангел ауылында: 8 (34774) 2-13-44, 8 (34774) 2-16-47, 8 (34774) 2-17-84.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға