«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кемдәр гимназияла уҡырға теләй, конкурста ҡатнашырға ашығығыҙ!



23.10.2012 Кемдәр гимназияла уҡырға теләй, конкурста ҡатнашырға ашығығыҙ!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты республикабыҙҙың балалар һәм йәштәр баҫмалары менән берлектә уҡыусылар араһында конкурс иғлан итә.
Унда еңеүселәр 8 – 9-сы синыфтарға гуманитар йүнәлеш буйынса уҡырға ҡабул ителәсәк. Тимәк, конкурста ошо йәштәге уҡыусыларҙың ҡатнашыуы мөһим.
Конкурс ике этапта үтә. Беренсе турҙа теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн башҡорт телендә яҙылған ижади эштәрҙе (шиғыр, поэма, очерк, хикәйә, драма әҫәре һ.б.) Өфө ҡалаһы, Рәсәй урамы, 88-се йорт адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Был эштәр араһынан иң яҡшылары һайлап алынасаҡ һәм уларҙың авторҙары конкурстың икенсе этабында ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ.
II тур апрель айында гимназияның үҙендә уҙасаҡ. Беренсе турҙа еңеүселәр бында журналистар, шағирҙар менән осрашып, тағы бер тапҡыр үҙҙәренең ижади маһирлығын күрһәтәсәк.

С. НИЯЗОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға